Бөрө ҡалаһының ирекмәндәр хәрәкәте махсус хәрби операция биләмәһенә ике йөҙҙән ашыу маскировка селтәре оҙатҡан. Ҡул эшенә тиҫтәләп кеше ҡушылған. Уларға айырым кабинет бүленгән. Маскировка селтәре ҡоралланыуҙы, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереүҙә ҡулланыла. Материалдар менән урындағы бағыусылар ярҙам итә.
Ҡалала гуманитар ярҙам йыйыу пункты ла уңышлы эшләй, хәрбиҙәргә сираттағы ылау туплана. Йылы кейем, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ебәреләсәк. Шулай уҡ «Внедорожник» автоклубы махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр әҙерләү һәм тапшырыу менән шөғөлләнә. Йыл башынан тиҫтәнән ашыу машина ебәрелгән, уларҙың бер өлөшө ҡала халҡы аҡсаһына алынған. Ойошма ағзалары өс тапҡыр алғы һыҙыҡҡа гуманитар миссия менән барып ҡайтҡан .