Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы координация советы ултырышы үтте

Ултырышта штаб эшмәкәрлеге, граждандар мөрәжәғәттәре буйынса сығыштар яһалды. Әле республика Донбасҡа йөҙөнсе гуманитар ылау ебәрергә әҙерләнә. Ирекмәндәр штабы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк һәм урындарҙағы бүлексәләре офистарында эшләй. Штаб махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтә. Был йәһәттән республикала асылған Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды филиалы менән берҙәм эш алып барыла.