Өфө Тимер юлы вокзалына Һамарҙан “Сағыу ялдар” проекты буйынса 200 кеше бер көнлөк сәйәхәткә килде. Туристар Башҡортостандың баш ҡалаһында иң матур һәм иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Шулай уҡ программа буйынса, Милли музейға барыу, уҡсыларҙың һәм ҡурайсыларҙың сығыштарын ҡарау, башҡорт аш-һыуҙарын ауыҙ ит ҡаралған. Артабан туристик поезд Екатеринбургҡа юл тотасаҡ. Проект Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Рәсәй тимер юлдары менән берлектә ғәмәлгә ашырыла.