Бөрйән районында Иҫке һәм Яңы Монасип ауылдарын тоташтырған яңы күпер файҙаланыуға тапшырылды

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙең сафҡа индерелеүен ике ауыл ғына түгел, тотош район халыҡ көтөп алған. Монасиптарға оҙайлы йылдар дауамында йылға аша һалыған аҫылмалы күперҙән йөрөргә тура килә, ауылға янғын һүндереү, ашығыс ярҙам машиналары ла үтә алмай.

Күпер һалыу 8 йыл элек башлана, әммә эш төрлө проблемалар арҡаһында туҡтап тора. Төҙөлөш Республика башлығы Радий Хәбиров контролгә алғандан һуң ғына тйәнләнә. Яңы объекттың оҙонлоғо 149, киңлеге 8 метр, ике яҡтан да йәйәүллеләр өсөн тротуар эшләнгән. Күперҙе «Газгеология Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сафҡа индергән. Төҙөүселәр эш барышында ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл халҡына ҙур рәхмәттәрен еткереп балалар баҡсаһына төҫлө принтер, ауыл хакимиәтенә компьютер, мәсеткә бойлер, мәҙәниәт йортона ноутбук бүләк итте.