«Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуҙар циклы «Күп йөҙлө Рәсәй» журналистар конкурсында 1-се урын яуланы

БСТ каналының «Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуҙар циклы «Күп йөҙлө Рәсәй» журналистар конкурсында 1-се урын яуланы. Мәртәбәле медиа бәйгелә еңеүселәр Ҡазан ҡалаһында бүләкләнде.

Журналистар конкурсына илдең 38 төбәгенән 800-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. «Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуы Рәсәй буйынса иң яҡшыһы тип баһаланды. Бай йөкмәткеле программа республика буйынса сәйәхәт итеп милли рихыҡтарҙы әҙерләүҙән генә тормай, проект төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәһәттәрен, милләт-ара татыулыҡты сағылдыра. Тапшырыу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы фонды, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм быға тиклем дә медиа конкурстарҙа еңеүгә иреште.