Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Бикбайман» дизайн студияһы оҫталыҡ дәресе ойошторҙо

Үҙ ҡулдары менән сувенир эшләне. Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Бикбайман» дизайн студияһы оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Сарала Октябрьский ҡалаһынан Өфөгә экускурсияға килгән 50 уҡыусы ҡатнашты. Малай-ҡыҙҙар ағастан эшләнгән “Урал батыр” эпосы персонаждары - Урал, Һомай һәм Аҡбуҙатты биҙәне. Оҫталыҡ дәресе “Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте” фестивале сиктәрендә ойошторолған. Үҙҙәре биҙәгән сувенирҙарҙы уҡыусылар иҫтәлеккә алып ҡайтасаҡ.