Был юлы Новосибирскиҙың «Себер» клубы юлаевсыларға ҡаршы тора алманы. Николай Кулёмин һәм Александр Хмелевский индергән шайбалар Өфө командаһына 2-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Дөйөм алғанда, был аҙна Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре өсөн айырыуса уңышлы булды. Яҡташтарыбыҙ иң тәүҙә «Амурҙы» 4-1, артабан «Аҡ Барс» клубын 3-1 иҫәптәре менән отто. Шулай итеп «Салауат Юлаев» клубы 26 уйынында 33 мәрәй тупланы. Киләһе ике осрашыуын юлаевсылар 6-7 ноябрҙә үҙ боҙонда «Нефтехимик» һәм «Сочи» менән үткәрә.