«Беҙ бергә». Балаҡатай районында халыҡтар берҙәмлеге байрамы билдәләнде. Район мәҙәниәт йортонда ойошторолған хәрби-патриотик сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
«Беҙ бергә» хәрби-патриотик сара төрлө конкурстаҙа еңеү яулаған йәш башҡарыусылар сығышынан башланды. Байрамға килеүселәр рухлы йырҙарға ҡушылды, йәш артистарҙы көслө алҡыштарға күмде.
Был парта артында үҫмерҙәр аҡ ҡағыҙ битенә матур теләктәр, күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр теҙә. Йөкмәткеле хат-сәләмдәр махсус хәрби операциялағы һалдаттарға тәғәйенләнә.
Күрше майҙансыҡта оҫталыҡ дәресе ойошторолған. Көмөш ирекмәндәр алғы һыҙыҡтағыларға окоп шәмдәрен эшләү алымдарына өйрәтә.
Балаҡатай районы йәштәре рухлы, берҙәм булып үҫһен, төрлө өлкәлә һәләтен үҫтерһен өсөн бөтә шарттар булдырылған. Йәш режиссерҙар өсөн йәнһүрәттәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте. Үҫмерҙәр шаян сәхнәләрҙе изге геройҙарҙың ыңғай тәьҫораттары менән байытырға тырышҡан.
Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға өй йылыһын еткерергә теләүселәр араһында ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Ата-әсәләр балалары менән бергә татлы перәниктәрҙе сағыу йондоҙҙар менән биҙәне.
Әйткәндәй, район халҡы берҙәм көс менән махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләй. 15-се тапҡыр гуманитар ылау ҙа яугирҙар үтенесен иҫәпкә алып туплана.
«Беҙ бергә» хәрби-патриотик сараның йомғаҡлау өлөшөндә үҫмерҙәр «Патриот ҡарашы» тигән он-лайн осрашыуҙа ҡатнашты. Яҡташ яҙыусы Александр Хватков йәштәр менән ихлас аралашты, белемле, тырыш, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне.
Гүзәл Борханова