Бәхетле билетты Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 4-се курс студенты Диана Ғәбделмәнова һатып алған. Ул «Ҡарлуғас» ҡала яны поезының миллионынсы пассажиры. Куйбышев тимер юлы, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” йәмғиәте етәкселәре миллионынсы пассажирҙы ҡотлап, иҫтәлекле сувенирҙар һәм сәйәхәт итеү өсөн бушлай сертификат тапшырҙы. Ҡыҙ өсөн яңылыҡ көтөлмәгән булып сыҡты. Ул бесәйе менән ялға Раевкаға ҡайтып барған була. «Ҡарлуғас» электропоезында, башлыса, эшләүсе халыҡ һәм студенттар йөрөй. Көн һайын ҡала яны поездары 4 мең ярымдан алып алты меңгә тиклем пассажирҙы хеҙмәтләндерә.