Мортаза Рәхимовҡа арналған “Йөрәк һүҙе” иғлан ителде

Ижади бәйге Башҡортостандың беренсе президентының тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап ойошторола. Проект етәксеһе, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова белдереүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн видео төшөрөргә кәрәк. Яҙмалар башҡорт телендә булырға тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Видеояҙмаларҙы проекттың Бәйләнештә социаль селтәрендәге рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Улар 20 декабргә тиклем ҡабул ителә. Бәйгенең финалын киләһе йылдың февралендә уҙғарыу көтөлә.