Рәсәй” күргәҙмә-форумында башҡорт туйы үткәрелә

3 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан көнө уҙа. Уның барышында өйләнешеү йолалары күрһәтелә. Йәш пар – Юлиә Сөләймәнова һәм Заһир Сәфәрғәлин Урал аръяғынан. “Иҫтәлекле көн яҡынлаша. Илебеҙҙең баш ҡалаһында ойошторолған туйыбыҙ тормоштағы иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе буласаҡ”, - ти кейәү.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы киләһе йылдың 12 апреленә тиклем дауам итә. Унда илдең бөтә төбәктәре ҡатнаша. Беҙҙең республика мәҙәни, туристик, инвестиция, сәнәғәт өлкәһендәге уңыштарын тәҡдим итте.