Башҡортостанда 76 мең тонна шәкәр етештерелгән

  Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары ярты миллиондан ашыу  тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән. Әлеге көндә дөйөм майҙандарҙың 95 процентында татлы тамыр ҡаҙып алынған, 1 миллион 560 мең тонна уңыш йыйылған. Быйыл республикала был культура 19 районда 47 мең ярым гектарҙа ултыртылды.