Башҡортостанда төньяҡ балҡыш. Йәкшәмбенән дүшәмбегә ҡараған төндә республика халҡы беҙҙең төбәк өсөн ят тәбиғәт күренешенә шаһит булды. Интернет ҡулланыусыларҙың географияһы буйынса ул республиканың күпселек район-ҡалаларында күҙәтелгән.
Көслө магнит дауылынан барлыҡҡа килгән төньяҡ балҡышты донъяның төрлө илдәрендә йәшәүселәр күрә алған. Ғалимдар билдәләүенсә, ул ҡоро һауа һәм аяҙ күк шарттарында хасил була. Белгестәрҙең Йыһан һауа торошон күҙәтеү мәғлүмәттәренә ярашлы, Ерҙең магнит ҡыры боҙолоу дәрәжәһе G3 кимәленә тиклем еткән. Ул биш күрһәткестән торған мониторинг шкалаһы буйынса «көслө» тигәнде аңлата. Белгестәр магнит дауылдары алдағы көндәрҙә лә күҙәтеләсәге тураһында иҫкәртә.