Өфөлә «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» яңы тулы метражлы фильмына актерҙар һайлана

Кастингта бөгөн профессиональ сәхнә оҫталары, кисә һәүәҫкәрҙәр үҙ көсөн һынап ҡараны. «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» фильмының сценарий авторы журналист Баныу Ҡаһарманова, режиссеры Булат Йосопов . Тарихи факттарға нигеҙләнгән документаль-патриотик фильмда 1944 йылғы хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Һуғыш ваҡытында Учалынан бер төркөм малай-ҡыҙҙар 400 баш һыйырҙы Украинаға ҡыуып алып китә. Балалар араһында Фәрзәнә исемле ҡыҙ ҙа була. Кинола уның уй-кисерештәре аша һуғыш осоро балаларының яҙмышы яҡтыртыла. Фильмды киләһе йылдың февраль-март айҙарында төшөрә башларға уйлайҙар.

Фильмға һайлап алыу кастингы ике көн дауам итә. Билдәле сәхнә оҫталары араһында Салауат, Өфө, Сибай театрҙары вәкилдәре бар. Күбеһе кинола төшөү буйынса эш тәжрибәһенә эйә. Театр менән кино сәнғәте айырыла, әммә ижади үҫеш өсөн үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарау мөһим, ти сәхнә оҫталары.