Башҡортостан «Сәнғәт төнө-2023» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды

«Беҙҙең традициялар» девизы аҫтында музей- театрҙарҙа, концерт залдарында, китапханаларҙа бай йөкмәткеле саралар уҙғарылды.

Күләмле акция барышында ижади күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Милли музейға килеүселәр республика халыҡтарының тарихы, этнографияһына арналған экспозициялар менән танышыуҙан тыш, кейеҙ баҫырға, милли биҙәүестәр яһарға өйрәнде. Шулай уҡ сәнғәт һөйөүселәр алдында үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһап, илһөйәрлек рухындағы йырҙар башҡарҙы.

«Сәнғәт төнө-2023» акцияһы сиктәрендә Башҡорт кавалерия дивизияһы кино-майҙансыҡ ойошторҙо. Республика район-ҡаларынан йыйылған тамашасыларға тарихи кинотаҫмалар тәҡдим ителде. «Беҙ кавалеристар» фотозонаһы асылды, балалар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрелде.