"Башҡорт оҙон ғүмерлеге" программаһы киңәйтелде

Яңы йүнәлешкә ярашлы, 2 меңгә яҡын кеше Мәскәүҙә асылған "Рәсәй" күргәҙмә-форумына бара ала. Был турала вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Күргәҙмәне  уҡыусылар ҙа ҡарай ала. Башҡортостанда 50 бала Мәскәүгә барған да инде. Бында беҙҙең республика стенды ла урынлаштырылған.