Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 99-сы гуманитар конвой барып етте

Берҙәмлектә - көс. Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 99-сы гуманитар конвой барып етте. Ылауға 28 берәмек техника, 16 йөк атомобиле, 3 трейлер тейәлгән. Яугирҙарға ярҙам ирекмәндәр, ихлас кешеләр, йомарт эшҡыуарҙар тырышлығы менән тупланған. 58 кешенән торған автолколоннаны тейешле урынға ҡотҡарыусылар төркөмө, район хакимиәте башлыҡтары, ауыл биләмәләре вәкилдәре һәм ойошма-ведомство етәкселәре оҙатып барҙы.