Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Мәскәү Һәм Краснодар хирургтары менән берлектә операция эшләнде.
Баш ҡала табиптары ашҡаҙан аҫты биҙе һәм үт ҡыуығына яңы аппаратура ярҙамында операция яһап күрһәтте. Яңы медицина техникаһы клиникаға күптән түгел һатып алынған. Эндоскопик аппарат үт юлының киңәйеүе, үт ҡыуышлығында таш булғанда, ашҡаҙан аҫты биҙе шештәре, хроник панкреатит һәм башҡа сирҙәрҙе дауалағанда ҡулланыла. Ул уйымһыҙ, ауыҙ һәм ашҡаҙан аша инеп организмдағы тайпылышты тикшерергә һәм шунда уҡ операция яһарға мөмкинлек бирә. Операциялар барышы лекциялар залына трансляцияланды, хирургтар белгестәргә яңы прибор менән эшләгән һәр хәрәкәткә аңлатма бирҙе.