Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылында «Заман һәм быуындар бәйләнеше» тип исемләнгән сара үтте

Ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында ҡатнашыу сиктәрендә ойошторолған. Сара автоуҙыш менән башланды. Автомобилдәрҙә ауыл урамдары буйлап үткәндән һуң, байрамда ҡатнашыусылар Еңеү паркына сәскә һалып, Ватан өсөн һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.