Башҡортостанда«ашығыс ярҙам» машиналары етештерелә башлауы ихтимал

Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр, атап үткәндә «ашығыс ярҙам» машиналары етештерелә башлауы ихтимал. Был мәсьәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сит ил автоконцерны етәксеһе Ма Цзэнхуа менән осрашыуында тикшерелде. Бизнес-делегация составында республика предприятиелары һәм үҫеш институттарының 40-тан ашыу вәкиле бар. Сәфәр барышында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү планлаштырыла. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Yutong маркалы автобустарҙың республикала уңышлы һыналыуы билдәле. Ҡытай вәкилдәре Башҡортостанға йәнә бер йәмәғәт транспортын тәҡдим итә. Форум сиктәрендә уның бәләкәсәйтелгән күсермәһе менән Республика Хөкүмәте Премьер-министры яҡындан танышты. Киләсәктә был төр машиналарҙың бөтөнләй беҙҙең төбәктә етештереүе лә ихтимал. Ул бөгөн Ҡытайҙа ҡаралған һорауҙарҙың береһе.

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡытайҙа өс көн эшләйәсәк. Партнерҙар менән осрашыуҙар, республиканың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, Халыҡ-ара күргәҙмәгә сығыу планлаштырылған. Төп сараларҙан шулай уҡ, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһының өҫкө, урта ағымы төбәктәренең Волга буйы федераль округы һәм хеҙмәттәшлек итеү буйынса Советы ултырышы көтөлә.

Башҡортостан Ҡытай партнерҙары менән машиналар эшләү һәм йыйыу производствоһын ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Бының өсөн «Алға» иҡтисади махсус зонала мөмкинлектәр булыуы билдәләнде. Урында уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын проектлау һәм сығарыу өлкәһендәге башланғыстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Киләсәктә Башҡортостанда Рәсәй-Ҡытай нефть-газ ҡорамалдары производствоһын булдырыу буйынса проекттың тергеҙелеүе ихтимал. Әйткәндәй, йыл башынан республиканың дөйөм тауар әйләнеше 88 процентҡа тиклем артҡан.

Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү беҙҙең өсөн мөһим сара. Ул ике дәүләт араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға тағы ла этәргес бирәсәк. Беҙҙә Рәсәйҙә етештерелгән продукция ҙур һорау менән файҙаланыла. Яңы өлкәлә һынап ҡарарға ла теләк ҙур. Өфө менән Шэньян араһында авиабәйләнеш булдырыла ҡалһа, эш тағы ла йәнләнәсәк тип ышанам.

Чжан Мин, Ҡытай-Рәсәй дуҫлығы йәмғиәте секретары

Башҡортостан Хөкүмәте Ҡытай республикаһы вәкилдәрен ай аҙағында Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы. Форум сит ил инвесторҙарын республиканың иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре менән яҡындан танышырға этәргес бирәсәк.

Азат Ғәлиуллин