Өфөлә бюджет грамоталылығын күтәреү буйынса төбәк-ара конференция үтте

Сара Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеттың Өфө филиалында ойошторолдо. Уҡыу йорто һуңғы өс йылда 200-гә яҡын белгес әҙерләгән, улар әле республиканың төрлө район-ҡалаларында финанс белемде күтәреү буйынса эш алып бара. Әммә эксперттар фекеренсә, халыҡ мутлашыусылар ҡулына эләкмәһен, финанстарын һөҙөмтәле итеп ҡулланһын өсөн был йүнәлештәге эшмәкәрлекте тағы ла камиллаштырыу мөһим. Бигерәк тә өлкән һәм урта быуын менән эшләү кәрәк. Белгестәр үҙҙәре лә заман технологияларын даими үҙләштереп, финанс системалағы яңылыҡтар менән танышып тора.