Күҙ йәштәренә мансылған һағынышлы осрашыу. Бер сәғәт элек «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары тәүге тапҡыр ялға ҡайтты. Уларҙы баш ҡаланың Совет майҙанында туғандары, яҡындары ҡаршы алды. Хәрбиҙәр араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов тә бар.
Хәрбиҙәр тыуған яғында 10 көн булғандан һуң йәнә фронҡа юлланаТөбәк башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтыу һәм ҡабат илтеү өсөн махсус автобустар бүлде.