Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙөнсө гуманитар йөк оҙатырға әҙерләнә

Юбилейлы ылауға броня менән ҡапланған техника, мунса һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Конвойҙа тик тәжрибәле водителдәр генә ҡатнаша, ике тәүлек юлды үтеүгә ышаныслы хеҙмәткәрҙәр һайлап алынған. Республика халҡының бөртөкләп йыйған ҡиммәтле ылауҙы кемдәр ташый? Кемдәр улар - гуманитар конвой водителдәре? Оҙон юлға сығыусыларҙың береһе менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Әлфир Ғәликәевтың йөк машинаһында сәйнүк һүнгәне юҡ. Донбассҡа юл алыҫ: ике тәүлек юлда конвой ике тапҡыр ғына туҡтай. Уңайлыҡтар техника эсендә: бында йоҡлап алыу урыны ла, кондиционер ҙа бар. Машина водителдең өйөнә әйләнгән, тиһәң дә була.

Рейста ир тәжрибәле водитель булһа, өйҙә ул яуаплы ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле атай. Өйҙә уны кәләше һәм өс балаһы көтә. Малайҙары өсөн өлгө булған Әлфир Ғәликәев балаларын ысын ир-егет итеп үҫтерергә, уларға лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша. Яҡындары атай кешенең эшен аңлап ҡабул итә, әммә борсолоуҙы еңеп булмай.

Бер айҙа водитель махсус хәрби операция биләмәһен өсәр тапҡыр урай ала. Арытмай. Күнегелгән. Автомобилдәр менән Әлфир Ғәликәев бәләкәй саҡтан уҡ дуҫ. Руль өйрөлтәргә атаһы өйрәткән. Туғандары уның менән ғорурлана. Ауылда ла Ғәликәевтар өлгөлө ғаилә булараҡ абруй ҡаҙанған.

Был «УАЗик»ты Әлфир Ғәликәев үҙе өсөн түгел, ә махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ике туған ҡустыһы өсөн һатып алған. Техниканы ир бәрелеш биләмәһенә үҙе алып бара. Батҡаҡлы, соҡорло ерҙән үтемле «буханка» һалдаттарға бик кәрәк, ти ир.

Яҡын арала водитель сираттағы гуманитар йөктө алып барырға әҙерләнә. Был уҙамандың Донбассҡа 38-се эш сәфәре. Һалдаттар менән шәхсән аралашҡан ир өй йылыһы менән һуғарылған ярҙамдың ҡәҙерләп алып бара. Яугирҙарҙы һынатмаҫҡа тигән вәғәҙәһен онотмай, бурысын ышаныслы үтәй.

Рәзилә Ғиниәтуллина