Протоиерей Александр Ткаченко Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән танышты

Тотош илгә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ учреждение. «Изгелек ҡулсаһы» бөтә Рәсәй хәйриә фонды етәксеһе Өфө хосписын шулай юғары баһаланы. Протоиерей Александр Ткаченко Башҡортостанға эш сәфәре барышында социаль учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Үҙ өйҙәре булмаһа ла, мөмкин тиклем йорт шарттарына яраҡлаштырылған. Өфө хосписын төҙөгәндә тәү сиратта йәм һәм уңайлыҡҡа өҫтөнлөк биргәндәр. Хеҙмәткәрҙәр ҙә фәрештәләр кеүек, тәрбиәләнеүселәрҙең тормошон мөмкин тиклем еңеләйтергә тырыша.

«Изгелек ҡулсаһы» фонды рәйесе илдә тәүге балалар хосписын төҙөтөүсе лә. Шуға күрә бындай учреждениеның ни тиклем мөһим эш башҡарыуын яҡшы белә.

Александр Ткаченко шулай уҡ күптән түгел генә эш башлаған неонаталь скрининг лабораторияһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Балаларҙа һрәк осраған ауырыуҙарҙы асыҡлай алыусы медицина учреждениеһы тотош Волга буйы федераль округында берәү генә. Сир барлығы асыҡланһа пациенттарҙы «Изгелек ҡулсаһы»фондына иҫәпкә алалар.

Фонд һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ тип табылған осраҡта сит илдән медицина препараттары һатып алырға ла ярҙгам итә. Ике йыл эсендә генә ойошма ике йөҙгә яҡын балаға донъялағы иң ҡиммәтле золгенсма препаратын һатып алырға ярҙам иткән. Фондтың республика менән артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары Александр Ткаченко менән Радий Хәбировтың осрашыуында ла өйрәнелде. Ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы дауалауҙа иң төп дарыу-ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн ике яҡ араһында килешеү ҙә төҙөлдө.

«Изгелек ҡулсаһы» фонды илдә 23 мең кешене үҙ ҡанаты аҫтына алған. 88 ауырыуҙан арыныра ярҙам итә. Был исемлек киңәйә генә. Быға тиклем күп ауырыуҙарҙы дауаларға ата-әсә үҙ хәленә генә өмөт итһә. Хәҙер иһә фонд аша ярҙам алыу мөмкин. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәте порталы аша мөрәжәғәт итеү ҙә етә.

Айнур Кәбиров