Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 100-сө гуманитар ылау оҙатылды

 Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙандан автоколонна юлға сыҡты. Гуманитар йөктө туплауҙа дәүләт һәм шәхси ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, мәғариф учреждениелары, ябай халыҡ ҡатнашты. Яугирҙәргә автомобиль, квадроцикл, тепловизор, рация, генератор, квадрокоптер, ағас-таҡта, мейес, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм туғандарынан күстәнәстәр тапшырыла. “Был ярҙам улар өсөн үтә лә мөһим. Һалдаттарға гуманитар ылау туплауҙа ҡанашҡан һәр кешегә рәхмәт белдерәбеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Водитель Илшат Нуриәхмәтов махсус хәрби операция биләмәһенә икенсе тапҡыр юллана. Ул Асҡын районы Ключи ауылынан. “Яугирҙәр тыуған яҡтан килгән сәләм һәм күстәнәс өсөн ныҡ шатлана”, ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан колонналары Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов портреты менән биҙәлгән автомобилдәрҙән тора. Водителдәргә 2 мең километр самаһы юл үтергә кәрәк була.