Сара Наньчан ҡалаһында уҙҙы. Унда Рәсәйҙең Волга буйы округы һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы үрге һәм урта ағымы төбәктәренән рәсми делегациялар сығыш яһаны. Мәскәү һәм Пекин араһында тышҡы тауар әйләнеше быйыл 9 айҙа 27 процентҡа артып 194 миллиард долларға еткән. Волга һәм Янцзы төбәктәре араһында 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән. Башҡортостан Ҡытайҙың ете провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Ҡытай инвесторҙары ҡатнашлығында Сибайҙа цемент етештереү йәки тракторҙар сығарыу заводын асыу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйыл 8 айҙа Башҡортостан һәм Ҡытай араһында үҙ-ара тауар әйләнеше 668 миллион долларға еткән. Андрей Назаров 5-се “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.