Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды

Йөҙөнсө ылау. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды. Колонна ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров йөк автомобилдәре водителдәренә һәм ярҙамды ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Махсус хәрби операция биләмәһенә муниципалитеттар һәм ил яҙмышына битараф булмағандар вездеходтар, УАЗ автомобилдәре, аҙыҡ- түлек һәм яу яланы шарттарында кәрәкле әйберҙәр ебәрә. Башҡортостан башлығы был эштә әүҙемлек күрһәтеүселәргә һәм йөк автомобилдәре водителдәренә рәхмәт белдерҙе.