Spina bifida диагнозы менән яфаланыусылар араһында фехтование, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса чемпиондар бар. Һирәк осрай торған патологиянан яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды ҡарауға алған. Уларға бушлай медицина тикшеренеүе үтеүҙә, операция яһатыуҙа, техник реабилитация саралары алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән кескәйҙәр ғаиләләргә урынлаштырыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Келәмдә бокс буйынса күнекмә. Көйәрмәндәр рәтендә - ун бер йәшлек Миша. Малай өсөн рингты баҫып күҙәтеү - үҙе бер еңеү. Тыумыштан арҡа мейеһе һәм умыртҡа һөйәге үҫеше тотҡарланған була, өс йыл элек Рәсәйҙең иң яҡшы клиникаларының береһендә операция үткәргәндән һуң ғына аяғына баҫҡан. Быға тиклем шыуышып ҡына йөрөгән. Балалар йортонда тәрбиәләнгән баланың тормошо ғаиләле булғандан һуң икегә бүленә, тик яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Ғәҙәти мәктәпкә уҡырға бара, шахмат менән мауыға башлай.
Спина Бифида, йәғни умыртҡа һөйәге бүлгеләнеүе - тыумыштан килгән патология, күп осраҡта ортопедик, урология, нейрохирургия проблемаларына килтерә. Ауыр формала үткәндә инвалид коляскаһы талап ителеүе ихтимал. Дауалау-реабилитация саралары, тәү сиратта, хәрәкәт итеү әүҙемлеген һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Рәсәйҙә был сирҙән яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды үҙ ҡанаты аҫтына алған. Исемлектә - Башҡортостан балалар йорттарынан ғына биш малай-ҡыҙ. Мәрәхәмәтлек сараһы сиктәрендә уларға бушлай медицина ярҙамы күрһәтелә.
Людмила Васильева - коляскала фехтование буйынса донъя кимәлендә еңеүҙәргә ирешкән, Токиолағы паралимпия уйындарында ла бронза миҙал яулаған. Баш мейеһе һәм умыртҡа һөйәге үҫешендә тотҡарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, спорттан айырылғыһыҙ. «Спина бифида» Хәйриә фонды балаларына бушлай оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, сәләмәт йәшәү рәүеше, фехтованиеға ылыҡтыра.
Земфира Сөләймәнова ла ун ете йәшендә бассейнда йөҙә башлап, ярты йылдан һуң Рәсәй чемпионы исемен алған. Артабан коляскала фехтование буйынса миҙалдар яулаған. Фильмда, рекламала төшөү, Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Парашют, тарзанканан һикереүҙән дә ҡурҡмаған. Бөгөн социаль проектлау менән шөғөлләнгән замандашыбыҙ билдәләүенсә, сир - хөкөм ҡарары түгел, - үҫеш өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ.
Хәйриә фонды тарафынан балалар йортонда ҡалған малай-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүленә. Уларҙы ғаиләле итеү йүнәлешендә ҙур эштәр башҡарыла. Башҡортостанда йәшәүсе сирле биш бала ла тиҙҙән ҡарауға алыныр тигән ышаныста Мәскәү белгестәре.
Гөлназ Хәйбуллина