Һуңғы 10 айҙа Росреестр хеҙмәткәрҙәре тарафынан дүрт меңдән ашыу консультация үткәрелгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ике ярым тапҡырға күберәк тигәнде аңлата. Офистарҙа һәм он-лайн форматта консультация уҙғарыуға 197 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. 2021 йылдан консультациялар күп функциялы үҙәктәрҙең 17 офисында һәр айҙың тәүге шишәмбеһендә ойошторола. 9 бүлексәлә улар видеобәйләнеш форматында үтә, заявка биреүселәр ҡулланыусыларҙы оҙатыу секторы компьтерҙары аша инеп аҙна дауамында он-лайн форматта белгес кәңәше алыу мөмкинлегенә эйә.