Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында «Шәжәрәлә милләтем тарихы» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала урындағы халыҡ, күрше ауылдарҙа йәшәүселәр, тарихсылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Конференцияла Оло Әбеш ауылының тарихы, Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе, быуындар бәйләнеше һәм биләмәнең киләсәге кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде.