Ғинуарҙан Башҡортостанда йәшәү минимумы 13 мең 753 һумға еткерелә

Республика хөкүмәтенең ҡарары менән рәсми мәғлүмәттәр порталында  танышырға  мөмкин.  Эшләп йөрөүселәр өсөн  уның кимәле  14 мең 991 һум. Пенсионерҙарға  12 мең 530, балаларға  13 мең 340 һум  була.  Йәшәү минимумы  бер йылға ҡабул ителә.