Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариаты был юлы 11 егеткә тантаналы шарттарҙа хәрби билет тапшырҙы. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.
Ил һаҡлау изге бурыс. Күгиҙел ауылынан игеҙәктәр Гәбдинур һәм Ғәзинур Мәһәҙиевтар ҙа шулай тип һанай. Сөнки егеттәрҙең аталары ла әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.
Әрмегә ныҡлы әҙерләнеп, етди аңлап бара Мәһәҙиевтар. Бәләкәйҙән патриотик рухта тәрбиәләнеп, спортты үҙ итеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҡурҡытмай. Ике улын бер юлы оҙатҡан әсә лә буласаҡ ил һаҡсыларына изге теләктәрен еткерҙе.
Һәр ваҡыттағыса, комиссариат алдында егеттәрҙе ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары оҙатты. Буласаҡ һалдаттар илдең төрлө ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Кәрәкле һөнәргә эйә булған, ҡулдарына диплом алған, рухи яҡтан сыныҡҡан егеттәр һынатмаҫ.
Альбина Байегетова