Республика райондарында проблемалы юлдар төҙөкләндерелә. Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә лә улар яңырыу кисерә. Юлдарҙы тәртипкә килтереү эше менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ юлдан үтә алмай, машиналарҙы трасса буйында ҡалдыра торғайныҡ, тип хәтерләй Антонина Павловна. Хаҡлы ялға сығып, водитель таныҡлығына уҡып алған ханым көн дә һынауҙар һыҙатын үтергә мөжбүр була. Быйылғы көҙгә тиклем. Тиҫтәләрсә йыл көткәндән һуң, ниһайәт, Телеүҙәк микрорайоны урамдары тәртипкә килтерелә.
Ҡала йылдан-йыл үҫә, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе көнүҙәк проблемаға әйләнә. Ҡала хакимиәте иҫәбендә 235 километр юл иҫәпләнә, шуларҙың 55-ендә төҙөкләнереү талап ителә. Йыл һайын республика ҡаҙнаһынан бүленгән 10 миллион һум аҡса был мәсьәләне йылдам хәл итергә мөмкинлек бирә.
Проблемалы урамдар өсөн һорау алыу онлайн, ҡала хакимиәтенең вконтакте селтәренең рәсми битендә үткәрелә. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса иғтибарға мохтаж өҫтөнлөклө урамдар исемлеге билдәләнә. Уларҙың 4-һендә төҙөкләндереү эше тамамланған.
Әлфинә Килдейәрова