Өфөлә “Глобаль һынауҙар осоронда милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу” тигән Бөтә Рәсәй форумы дауам итә. Сарала илдең 20-нән ашыу төбәгенән эксперттар, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Улар милләт- һәм дин-ара тотороҡлолоҡто һаҡлау буйынса фекер алыша, эшлекле тәҡдимдәр индерә. “Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ өлгөһө. Беҙ уны һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ”, - ти Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Халыҡтар араһында дуҫлыҡ, дин-ара татыулыҡ – хәүефһеҙ һәм имен тормош өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора”, - ти Башҡортостан митрополияһы башлығы Никон.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн форум барышында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр ҡарала, низағтарҙы хәл итеү буйынса фекер алышыу була.