2023 йыл иң эҫеһе булып сыҡҡан

Донъя ғалимдары асыҡлауынса 125 мең йыл дауамында бындай күренеш беренсегә теркәлгән. Быйыл октябрҙә уртаса һауа температураһы +15 градус күрһәткән. Метеокүҙәтеүҙәр тарихында бығаса булмаған юғары күрһәткес. Эль-Ниньо тәбиғәт күренешә бәйле океан йылына һәм ике ярымшарҙа ла һауа температураһы күтәрелә. Башҡортостанда ла ғәҙәти булмаған йылылыҡ күҙәтелә. Ноябрҙә һауа температураһы +13 градусҡа етте. Көҙҙөң аҙаҡҡы айы өсөн бындай юғары күрһәткес 62 йыл элек булған.