Республика Хөкүмәте вице-премьеры – Финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттарын киләһе йылдарға ҡаҙна проекты менән таныштырҙы. 2024 йылда бюджет 289 миллиард һумға тулылана, сығым 10 миллиард һумға күберәк була. Артабанғы ике йылда ҡаҙна дефицитһыҙ көтөлә. Төп финанс документ социаль йүнәлешле итеп әҙерләнгән. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль ярҙам күрһәтеүгә аҡса күберәк йүнәлтелә.