Кузнецов затоны биҫтәһендә 900 фатирлыҡ торлаҡ төҙөлдө. Яҡын арала 400-ҙән ашыу ғаиләгә асҡыстар тапшырыла башлай. Биҫтәлә ҙур төҙөлөш 2014 йылда башлана. Әммә финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле компания бурысын үтәй алмай. Республика Башлығы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Биш йылда 9 меңдән ашыу кеше йортло булды. Әле 1 мең 300-ләп фатир хужаһы сиратта тора. Тиҙҙән алданған өлөшсө тигән төшөнсә ҡалмаҫҡа тейеш.