2023 йыл өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде. Абруйлы премияға «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, «Тәмле. Беҙ бергә» проекты өсөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары коллективы һәм «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» мәҡәләләр циклы өсөн «Благоварские вести» гәзите редакцияһы журналистары лайыҡ булды.