Йәш кадеттар Ватанға тоғролоҡҡа ант бирҙе

Тантана баш ҡаланың Еңеү паркында урынлашҡан, «Мәңгелек ут» мемориалында ойошторолдо. Унда Өфө районы Булгаков ауылы лицейы ҡарамағындағы кадет мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. 1941 йылдың 7 ноябрендә Бөйөк Ватан һуғышындағы хәл иткес операцияларҙың береһе, Мәскәү өсөн алыш башланған көн. Совет ғәсҡәрҙәре Ҡыҙыл майҙандағы тарихи парадтан тура фронт һыҙығына юллана. 2017 йылдан башлап Өфөлә был көн хөрмәтенә кадетҡа бағышлау һәм Ватанға тоғролоҡ анты биреү сараһы уҙғарыла. Быйыл да ул, был иҫтәлекле көнгә арналды.

Өфө районы Булгаков ауылы лицейында 5 кадет класы асылған. Уҡыусылар унда башланғыс хәрби әҙерлек үтә. Тактика, хәрби медицина, ашығыс ярҙам күрһәтеү һәм ҡотҡарыу һөнәрҙәре нескәлектәренә төшөнә. Кадет класын тамамлаусыларҙың күбеһе артабан яҙмышын хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм көс структуралары менән бәйләй.