Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан форумын юғары кимәлдә уҙғарыу маҡсаты ҡуйыла

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. Форум сауҙа-иҡтисади,  гуманитар бәйләнештәр үҫешенә  ҡеүәт бирәсәк. Башҡортостан менән Ҡаҙағстан сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән өлкәләрендә  хеҙмәттәшлек  итә. Беҙҙе уртаҡ тарих, мәҙәниәт  яҡынайта, беҙҙең тамырҙар бер, - ти  Радий Хәбиров. Бөгөн  Ҡаҙағстанда ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә. Унда Рәсәй  президенты Владимир Путин киләһе йылда йыйынды Башҡортостан ҡабул итәсәк тип  белдерҙе.