Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан һәм Рәсәй төбәк-ара форумында ҡатнаша

Бында "Ауыл хужалығы - көслө иҡтисад нигеҙе" тигән тема һайланған. Форум Костанай ҡалаһында уҙғарыла. Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Владимир Падалко белдереүенсә,  уҙған йылда ике ил араһында сауҙа 28 миллиард долларҙан артҡан. Быйыл 30 миллиардҡа яҡынлаша. Сауҙаны тағы йәнләндереү мөмкинлектәре бар, инвестиция шарттарын яҡшыртырға кәрәк.  Бөтә проблемалар хәл итерлек, - тине ул. Киләһе йылда ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын Өфө ҡабул итә.