Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ойошторолоуға 55 йыл

Музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто юбилей датаһын лайыҡлы ҡаршылай. Институттың ҡаҙаныштары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Ҡалаҡ һуғып оҫта уйнайҙар, дәртле баҫып бейейҙәр. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе курс студенттары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡытыу программаһын үҙләштереп, тотош бер ансамбль булараҡ сығыш яһай. Барыһын да Башҡортостан мәҙәниәте, театр сәнғәтенә һөйөү берләштерә. Импровизация булһынмы, бәләкәй сәхнәләштереүме - һәр кем һәләтен күрһәтергә тырыша.

Башҡорт музыкаһы, вокал, театр, һынлы сәнғәт - институт ҡарамағында дүрт факультет эшләй, алты йөҙҙән ашыу студент 33 йүнәлеш буйынса белем ала. Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән дә килеп, һөнәр үҙләштереүселәр бар.

Өфө дәүләт сәнғәт институты теүәл 55 йыл элек күп профилле уҡытыу учреждениеһы булараҡ ойошторола. 19-сы быуат архитектура ҡомартҡыһы - элекке Дворяндар йыйылышы бинаһында урынлашҡан. Ҡасандыр бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпин сығыш яһаған стеналарҙа Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн яңы кадрҙар әҙерләнә башлай. Етәкселек көслө һәм ышаныслы ҡулдарға тапшырыла. Композитор, СССРҙың, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев егерме йыл дауамында институтта проректор булып эшләй.

Институт уҡытыусылар коллективы менән көслө. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Сәғитова йәштәрҙе вокалға өйрәтә. Остаз ҡасандыр үҙе лә ошо стеналарҙа һөнәри оҫталыҡ алған.

Башҡорт дәүләт һәм опера балет театрында ҙур байрам. Юғары уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлап, Башҡортостан, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә танылыу алған артистар, музыканттар, бөгөнгө студенттар институттың юбилей датаһына арналған тантаналы сарала ҡатнашып, бер сәхнәлә сығыш яһаны. Программа буйынса, классик әҫәрҙәр, башҡорт композиторҙары музыкаһы, фольклор өлгөләре яңғыраны. Мәҙәни сараны Башҡортостандың билдәле коллективтарының сығышы ла биҙәне.

Юбилей концертында институт ветерандарына, коллективҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Юғары уҡыу йорто иһә үҫеш юлын дауам итә. Вуз етәкселеге билдәләүенсә, заман талаптарына ярашлы яңы йүнәлештәр, яңы уҡытыу программалары әҙерләү планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина