Йәштәр баҫмалары бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Йәштәр баҫмаларына 100 йыл. Өфөлә «Йәшлек», «Өмөт» һәм «Молодежная газета»ның бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү сараһы ойошторолдо. Йәштәр баҫмалары бөгөн дә заман менән бергә атлай,рухиәтте үҫтереү, телде һаҡлау, йәштәр араһында илһөйәрлек, белемгә ынтылыу, өлкән быуынға хөрмәт менән ҡарау сәйәсәтен уңышлы алып бара. Республиканың төп сәхнәһе- «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән сара хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Йәштәр матуғатының йөҙ йыллығына араналған күләмле сара башҡорт, татар, рус телдәрендә алып барылды. Бер быуатлыҡ тарих 1923 йылдан «Йәш юҡһыл», «Юный пролетарий» газетаһы ташҡа баҫылғандан башлана. 1930-сы йылдарҙа республикала башҡорт, татар, рус телдәрендә өс йәштәр гәзите сыға . Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында журналстар фронтҡа китеү сәбәпле редакциялар эше ваҡытлыса туҡтап тора. 1951 йылдан иһә йәштәр матбуғаты яңы һулыш кисерә.»Ленинсы»(«Ленинец») гәзиттәре башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителә. 1990-сы йылдан башҡорт телендә «Йәшлек» гәзитте донъя күрә. Бер йылдан һуң татар телендә «Өмөт» гәзитенең тәүге һандары баҫыла башлай.

Башҡоростан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов республика йәштәр гәзиттәре журналистарын тарихи дата менән тәбрикләп, алдынғы хеҙмәткәрҙәргә агентлыҡтың маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Баҫмаларҙың ғаилә һәм рухи ҡиммәттәрҙе, йәш хәбәрселәрҙе үҫтереүҙәге, сәләмәт тормошто пропаандалауҙағы ролен юғары баһаланы. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина йәштәр баҫмаларына ҙур ижади уңыштар теләне.

Йәштәр матбуғаты коллективтары юбилейын йөҙйыллыҡтары менән Татарстандан яҙыусы Ғәлимйән Ғилманов һәм «Ялҡын» үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Илназ Фәйзуллиндар ҙа тәбрикләне.

«Башҡортостан» концерт залы фойеһында тамашасылар һәм уҡыусылар республикала сыҡҡан йәштәр матбуғаты баҫмалары тарихын сағылдырған үҙенсәлекле күргәҙмә менән таныша алды.»Молодежгая газета» ны электрон форматта миллиондан ашыу кеше уҡый. Гәзит-журналдарға яҙылырға теләүселәргә яратҡан баҫмаларына подписка эшләү мөмкинлеге лә булдырылды.

Бер быуатлыҡ юбилей артында ҙур һандар тора. Миллионлаған ташҡа баҫтырылған биттәр, электрон форматта уҡыусылар, танышыуҙар, фәһемле әңгәмәләр.Йәштәр мабуғатынан яҙыусылар, абруйлы журналистар ҙа үҫеп сыҡҡан.

«Йәшлек»,»Өмөт», «Молодежная газета» газеталарының йөҙ йыллығы байрамы уңайынан ойошторолған сарала республикала сыҡҡан газета-журналдарға ла яҙылырға мөмкин ине. «Тамаша» журналына ярты йылға яҙылыу 228 һум тора. Был журналды «Матбауғат йорто» киоскыһынан барып алырға мөмкин.

Гүзәл Борханова