Унынсыға уҙғарылған күләмле бәйге сиктәрендә дизель двигателдәрҙе диагностикалау һәм ремонтлау буйынса һөнәр оҫталары асыҡлана. Был йүнәлеш буйынса айырым номинациялар билдәләнгән.
Сараның географияһы йылдан-йыл киңәйә, быйыл күрше төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар бар. Улар ярышта сығыш яһауҙан тыш, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу буйынса лекция ла тыңлай. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурс һөҙөмтәләре 14 ноябрҙә билдәле була. Сараға һәр йылдағыса Өфө урта махсус уҡыу йорттары студенттары ла саҡырылғайны, йәштәр ҡаланың иң яҡшы автосервистарында практика үтеү мөмкинлегенә эйә.