Башҡортостандан 100-сө гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Йөк машиналарынан колонна 8 ноябрҙә Өфөнән ҡуҙғалғайны. Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров оҙатып ҡалды. Гуманитар йөктө туплауҙа дәүләт һәм шәхси ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, мәғариф учреждениелары, ябай халыҡ ҡатнашты. Яҡташ-яугирҙәргә «УАЗ» һәм «Нива» автомобилдәре, ағас-таҡта, мейес, квадрацикл, тепловизор, рация, генератор, квадрокоптер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм туғандарынан күстәнәстәр тейәп ебәрҙеләр. Ҡалтасы халҡы ла алғы һыҙыҡҡа техника һәм кәрәк-яраҡтар оҙатты. Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡандан һуң Красный Холм йылылыҡ селтәрҙәре предприятиһе хеҙмәткәрҙәре һалдаттарға ярҙам итергә булған. Оҫталар элекке мәктәп автобусын мунса итеп үҙгәрткән. Ойошма етәксеһе Радмир Усманов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯрҙамды бөтә республика халҡы тупланы. Өлкәндәр, балалар, өләсәйҙәр, ир-егеттәр яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты. “Был ылауҙы туплауға беҙ ҙә өлөш индерҙек”, - ти Өфөнөң 101-се мәктәбе директоры Иштуған Ноғаманов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостандан Донбасҡа беренсе гуманитар ылау 2022 йылдың мартында ебәрелде. Ошо ваҡыттан алып автоколлоналар даими рәүештә юлға сыға. Яҡташ-яугирҙәргә һәм Донбасс халҡына гуманитар ярҙам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса күрһәтелә.