Башҡортостан Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса лидерҙар рәтендә

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге санкциялар баҫымы шарттарында Рәсәй төбәктәренең сит ил бизнесы менән бәйләнеш булдырыуҙа яңы форматтар индереүе тураһында доклад баҫтырҙы. Дөйөм алғанда, был йүнәлештә әүҙемлектең кәмеүе билдәләнә.

Шул уҡ ваҡытта сит ил инвесторҙары менән эште көсәйткән субъекттар ҙа бар. Был исемлеккә Башҡортостандан тыш, Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан ингән. Докладта белгестәр был төбәктәрҙең иҡтисади яҡтан көслө булыуын, юғары күрһәткестәргә ирешеүен билдәләй. Уңыш нигеҙе - башлыҡтарҙың ҡеүәтле лоббист мөмкинлектәрендә.

Глобаль саҡырыуҙар шарттарында улар алып барған сәйәсәт инвесторҙар йәлеп итеүгә, шулай уҡ булған бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡалыу, яңыларын булдырыуға йүнәлтәлгән.

Белгестәр Рәсәй төбәктәренең Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләй. Алыҫ көнсығыш башлыса Ҡытай, Урта Азия, Яҡын Көнсығыш илдәре, Төркиә, Әзербайжан һәм Беларуссия. Башҡортостан бар йүнәлештәр буйынса ла әүҙемлек күрһәтә. Һуңғы ваҡытта Башҡорт-белорус хеҙмәттәшлеге айырыуса көсәйеүе күҙәтелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ республикала ҡыҫҡа ваҡытта «Амкодор» заводы төҙөлөп асылды. Был аҙнала Башҡортостан делегацияһы бизнес-миссия менән Ҡытайҙа булды. Һөҙөмтә булараҡ - ҡытай партнерҙары менән 19 яңы килешеү төҙөлгән. Башҡортостан Урта Азиялағы элекке союздаш республикаларға ҡарата ла ҙур әүҙемлек күрһәтә.