Ике яҡлы килешелгән юл картаһы нигеҙендә сәнәғәт буйынса хеҙмәттәшлекте нығытыу күҙ уңында тотола. Башҡортостан Сода компанияһы, Баҡыр- Стальконструкция, Урал пружина заводы, нефть эшкәртеү линияһы буйынса булған инвестиция проекттары тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бирә.Санкция баҫымы булмаһын өсөн Төркиә, Азия баҙарҙарына тап Ҡаҙағстан аша етештереү һәм сығыу уңай.
Башҡортостан предприятиелары аҡса һалырға әҙер. Сағыу миҫал, Радий Фәрит улы инвестиция сәғәтендә хуплағандан һуң яңы производствоны яйға һалған Урал пружина заводы Костанайҙа завод төҙөй. Бөгөн бында предприятие үҫешә, тауар әйләнеше күләме арта.
Медицина мебеле йүнәлешендә берлектәге предприятие булдырылған, Азия баҙарында эшләү бурысы ҡуйылған. Декабрҙә Димдә Баҡыр конструкцияһы майҙансығы асыла. Башҡортостанда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса инженер- техник һөнәр белгестәре әҙерләү йәнләнде, Ҡаҙағстанда ла был мәсьәлә бар һәм беҙ уларға тәжрибә менән бүлешергә әҙер. Ике аҙнанан республикаға Көнсығыш Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһенән ҙур делегация килеүе көтөлә.