Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында тактиль күргәҙмә ойошторолдо

Үҙенсәлекле балалар донъяны яҡшыраҡ танып-белә, предметтарҙы төплө өйрәнә ала. Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө сиктәрендә тактиль күргәҙмә ойошторолдо. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты һынлы сәнғәт һәм графика бүлеге студенттарының төрлө тәбиғәт күренештәре, ҡоштар, йәнлектәр донъяһы, архитектура ҡомартҡылары, милли нағыштарға арналған макеттары күргәҙмәһе хаҡында киләһе яҙмала.

Диана Нәсибуллина һәм уның тиҫтерҙәре үҙҙәре уҡыған махсус белем биреү йортонда тактиль күргәҙмә ойошторолоуына ифрат шат. Был предметтар аша малай-ҡыҙҙар тәбиғәт күренештәрен, архитектура ҡомартҡыларын, йәнлек-кейектәр, ҡоштар донъяһын төплө өйрәнә аласаҡ.

Өсөнсө курс студенттары күреү һәләтенән мәхрүм булған балаларға макетттарҙы остаздары Елене Дорофеева етәкселегендә эшләгән. Махсус белем биреү учреждениеһында тактил күргәҙмә өсөнсө тапҡыр ойошторола һәм уның үҙенсәлекле балаларға мәктәп прораммаһын үҙләштереүҙә роле баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр.

Һигеҙ саҡрымға һуҙылған Ирәкташ макетын студенттар өс ай эсендә ҡорған.Ҙур Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында урынлашҡан иң бейек ҡая бер мең бер йөҙ алтмыш бер метр тәшкил итә. Ҡая тештәре натураль ҙурлыҡтан күпкә бәләкәйләтеп эшләнгән. Макетта пенопласт һәм тәбиғи таш файҙаланылған. Тау битләүен һүрәтләүҙә мүктәр, ылыҫлы ағастар һәм акрил буяу ҡулланылған.

Һиҙгер ҡулдар преметтарҙы, деталдәрҙе тойһон һәм иҫендә ҡалдырһын өсөн айырым технология ҡулланылған. Иң мөһиме-предмет һәм деталдәр балаларға хәүефһеҙ. Уларға хатта ҡош ояларын, йомортҡаларын тотоп ҡарарға рөхсәт ителде. Үҙенсәлекле тактиль макеттар география, биология, тарих дәрестәрендә мауыҡтырғыс ҡулланма әсбап булараҡ файҙаланыла.

Гүзәл Борханова