Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, егеттәрҙең яҡындары, дуҫтары килде. Ил именлеге һағында торған яҡташтарыбыҙҙы алыҫ юлға БЮТ ижади төркөмө лә оҙатты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Өфө арена боҙ һарайы алдында иртәндән ғәҙәти булмаған йәнлелек, көн һалҡынса, ямғырлы тороуға ҡарамаҫтан майҙанда халыҡ күп. Берәүҙәр улын, икенселәре тормош иптәшен йә һөйгән йәрен отпусктан һуң махсус хәрби операцияға оҙата. Егеттәрҙең кәйефе көр. Яҡындар менән айырылышыу ауыр, әммә ир-егеттең бурысы илде һаҡлау, алғы һыҙыҡта беҙҙе дуҫтар көтә, ти улар.
Һәр бер яугирҙы яҡындары уратып алған, күптәре тотош ғаилә ағзалары менән килгән. Ауылдаштар ҙа, яҡташтар ҙа, бергә уҡыған дуҫтар ҙа бар. Мәләүез районынан Радик Хоҙайғолов күршеһен оҙата. Бала саҡтан бергә үҫтек, ауылдағы хужалыҡта эшләй ине, мобилизация башланғас махсус хәрби операцияға юлланды, ти ул.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, Республика тарафынан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярам күрһәтелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктә 40-ҡа яҡын социаль ярҙам төрө ҡаралған. Республика етәкселеге алғы һыҙыҡтағылар менән даими осрашып бар проблемаларҙы ла шәхси контролдә тота.
Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә бер йылдан ашыу, улар үткән йылда мобилизацияланған. Ошо ваҡыт эсендә ике тапҡыр ялға ҡайтып киткән. Тыуған яҡҡа юлдар өҙөлмәһен, яңы осрашыуҙар көтһөн, ти яугирҙар.
Рәмзиә Кәримова