Башҡортостанда майлы ураҡ аҙағына яҡынлай

Көнбағыш йыйыу 92 процентҡа теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте 15 центнер самаһы. Майлы культураның уңышы күләме буйынса Илеш, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы райондары алдынғылар рәтендә. Ауыл хужалығы уңғандары алдында уңышты йыйыу ғына түгел, уны һаҡлау бурысы ла ҡуйылған. Элеваторҙарҙа был маҡсатта ниндәй саралар күрелә? Уларҙың береһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә булды.

Ошо рәүешле лаборатория хеҙмәткәрҙәре сеймалдың ҡоротҡостар менән зарарлыныуын тикшерә. Был сифат билдәләренең береһе. Элеваторға килтерелгән көнбағыш орлоҡтары, һаҡлауға һалыныр алдынан, мотлаҡ лаборатория аша үтә. Тонналап килтерелгән сеймал сифатын тикшерер өсөн, 100 грамм өлгө лә етә. Төп үҙенсәлек, әлбиттә, майлылыҡ. Был күрһәткес 45 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Орлоҡтарҙа дымлылыҡ юғары булыу сәбәбе - ямғырлы һауа торошо. Әлеге ваҡытта сеймал 30 процентҡа тиклем күрһәткес менән ҡабул ителә. Нормаға ярашлы, уны 7 процентҡа тиклем төшөрөргә кәрәк. Был осраҡта орлоҡтар киптереү цехы йөрәге - мейескә оҙатыла. Сеймал киптереү артыҡ сығымдар талап итә, әммә башҡаса сара юҡ.

Йәмғеһе элеваторға быйылғы миҙгелдә 55 тонна ауыл хужалығы продукцияһы ҡабул ителгән. Һаҡлауға көнбағыш ҡына түгел, икенсе культуралар ҙа һалына. Элеватор тулы. Сеймал республиканың төрлө райондарынан килтерелә. Миҙгелдең ҡыҙыу осоронда элеватор туҡтауһыҙ эшләй.

Раевка элеваторында эшкәртелгән көнбағыш орлоҡтары Алтай крайына оҙатыла. Эш миҙгеле яңы йылға тиклем дауам итәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина